Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 00:20

Төрмәнән дә яҙалар...

Ни өсөн хәҙерге конкурстар элеккеләренән ныҡ айырыла?

Эльмира Юлдашева – матурлыҡ конкурстарының еңеүсеһе булараҡ та танылыу алған шәхес. Төпкөл райондан сыҡҡан ҡыҙ, башҡа һылыуҡайҙар кеүек, бәләкәйҙән оҫталыҡ дәрестәренә лә йөрөмәй, махсус өйрәтеүгә лә мохтажлығы булмай. Әсәһе генә бәләкәс сағынан: “Башың – юғары, арҡаң төҙ булһын”, – тип әйләнгән һайын тылҡып тора. Шуға ла, тәбиғи сибәрлеге, мөләйелелеге аҙым һайын үҙен төрлө яҡлап күрһәтергә ярҙам иткәндер.
Тәүге йондоҙло балҡышы үҫмер сағында уҡ була. 1993 йылда Йылайыр районында Башҡорт йәштәре көнөндә матурлыҡ конкурсын да үткәрәләр. Тамаша ҡарарға килгән ҡыҙға: “Хәҙер һин дә ҡатнашасаҡһың”, – тиҙәр. Кемдә нимә бар шуның менән тигәндәй, биҙәндереп-төҙәндереп тә ҡуялар. Алдан бер ниндәй әҙерлекһеҙ сәхнәгә сыҡһа ла, лайыҡлы сығыш яһай ул. Һуңынан “Башҡортостан ҡыҙы” журналының фотографы тау башында әсәһе менән дә, яңғыҙын ғына ла ултыртып фотоға төшөрә. Бер ай самаһы ваҡыт үткәс, тыуған көнө алдынан көтөлмәгән бүләк була – журналдың тышлығында сыға. “Әле ул фотоға ҡарайым да, берсә, ата-әсәйем янында үткән ғәмһеҙ, иркә бала сағымды һағынам, берсә, нимә етте шуның менән биҙәндерелгән, кейендерелгән ҡыҙҙа нимә таптылар икән, тип, көлөп тә алам. Хәҙер теге йәки был образ тыуҙырам тип, әллә ниҙәр ҡыландырып бөтәләр. Минең иһә алҡам менән муйынсағым ғына ла бер иштән булмаған”, – ти ул хәтер йомғаҡтарын һүтеп.
Күрәһең, эскерһеҙ йылмайыу, күҙҙәренә сыҡҡан ихласлыҡ, мөләйем йөҙ гүзәл зат өсөн иң яҡшы визит карточкаһы булып һәр осорҙа ла ҡала киләлер. Фотограф иһә үҙенең оҫталығына таянып шуларҙы аса, күрһәтә алып мәңгеләштергән.
Фотоноң аҫтында уҡ Эльмираның тыуған районы, ауылы ла яҙыла. Бер мәл Юлдыбай почтаһына төрлө тарафтан хаттар ағыла башлай. Төрлө йәштәге ир-аттарҙан (хатта төрмәлә ултырыусыларҙан да) төрлө йөкмәткеле сәләмдәргә яуап яҙыу түгел, уҡырға өлгөрмәгән саҡтары ла булғылай.
Икенсе юлы “Һылыуҡай” тажын 1997 йылда алырға насип була. Салауатта ике йыл уҡығандан һуң, унан китергә ҡарар итә. Тап шул ваҡытта конкурс ойоштороуҙары хаҡында ишетеп, Өфөгә юллана. Бер ниндәй яҡлауһыҙ, ҡурсалауһыҙ иң-иңдәр араһында Гран-при ала. Сәхнәгә сығыр өсөн махсус кейемдәр менән генә Йылайырҙан ярҙам итәләр.
“Нуриҙә лә бер мәл матурлыҡ конкурстары менән ҡыҙыҡһынып алды. Кастингҡа ла барып ҡараныҡ. Күп нәмә үҙгәргән. Элеккеләре менән сағыштырғанда, ер менән күк араһы тиһәң дә шаштырыу булмаҫ”, – ти ул.
Читайте нас: