Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2021, 18:54

Елдәк башҡорттары йыйын туплай

"Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ырыуҙарының йыйыны беренсе булып Борай районында үтеүенә шатбыҙ

Бөгөн Борай районында ҙур байрам - Елдәк ырыуы йыйын туплай. Был иләүгә ҡараған Борай районының үҙенән тыш, ҡорға Саҡмағош, Ҡариҙел, Благовещен, Илеш, Нуриман, Дүртөйлө райондары вәкилдәре йыйылды.
Башҡорт ырыуы театралләштерелгән күренеш менән башланып китте. Унда башҡорт нәҫелдәренең килеп сығышы, тарихы тасуирланды, башҡорт халҡына күренекле шәхестәр бүләк иткән нәҫелдең абруйлы кешеләре билдәләп үттеләр.
Йыйынға президиум һайланды, ултырыш башланыр алдынан башҡорт халҡының гимны - "Урал" көйө яңғыраны. Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәевтең барыһын да төньяҡ-көнбайыш һөйләшендә сәләмләүе сараға айырыуса йәм өҫтәне."Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ырыуҙарының йыйыны беренсе булып Борай районында үтеүенә шатбыҙ. Донъяның ауыр ваҡыты булһа ла, йыйындың ойошторолоуы бик әһәмиәтле", - тине ул үҙ сығышында.
"Башҡорт халҡының үҙ шәжәрәһенә булған ҡыҙыҡһыныуы милли үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, милли үҙаңды нығыта. Шәжәрәне өйрәнеү бик ҡыҙыҡлы шөғөл. Тамырҙарыңды барлай башлаһаң, мауығып китәһең. Был күренеш бөгөнгө глобалләшеү ваҡытында ла бик әһәмиәтле", - тине ул һәм Борай районына Башҡорт энциклопедияһы китаптарын бүләк итте.
Йыйынға төньяҡ-көнбайыш башҡорто, ошо ерҙә тыуып-үҫкән билдәле сатирик Марсель Сәлим дә килгән ине. Уның шиғыр һөйләүе, үҙенең китаптарын бүләк итеүе залды йәнләндереп ебәрҙе.
Йыйында ҡатнашҡан Юлдаш Йосопов, Салауат Хәмиҙуллин, Нурислам Ҡамантаев кеүек респбуликаға билдәле тарихсылар, докладтарында Елдәк ырыуының килеп сығышы, уның милли үҙенсәлеге хаҡында һөйләйҙәр.
Башҡорт ырыуҙары ҡоролтайы эстафетаһын Балыҡлылар ырыуы ҡабул итте. Был уңайҙан, бөтә Донъя ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты хеҙмәткәре Винарис Абдуллин үҙенең яңы «Балыҡсылар» йырын башҡарҙы.
Киләһе йыйын 5 февралдә балыҡсылар башҡорттары ерендә Асҡын районында буласаҡ.
Читайте нас: