Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2021, 13:51

Өфөлә ике ҡатын морг ҡыйығынан ишелеп төшкән ҡар аҫтында ҡалған

Әлегә хәлдең сәбәптәре асыҡлана.

Был хәл иртәнге сәғәт 9 тирәһендә Цветочная урамында ҡарҙан таҙартыу эштәре барған ваҡытта булған. Улар 13-сө дауаханаға оҙатылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң улар өйҙәренә ҡайтарылған.
Ҡар морг янында торған еңел машинаны йәмшәйткән.
"Машинамды иртәнге сәғәт 8-ҙә ҡуйҙым, бер сәғәттән шылтыратып, икенсе урынға күсереүемде һоранылар - ҡыйыҡты ҡарҙан таҙартыу эштәре бара ине. Саҡ ҡына һуңыраҡ яңынан шылтыраттылар һәм инде кәрәкмәй, тинеләр..." — тип һөйләне «Лада Гранта» машинаһы хужаһы.
Читайте нас: