Һүрәт төшөрөлгән ҡаштар, ҡабартылған ирендәр, йәбештерелгән, ҡайһы ваҡытта Мәскәй әбейҙекен хәтерләткән осло тырнаҡтар... Гүзәл зат бүтәндәрҙән айырылып торор өсөн ҡайһы ваҡытта мөмкин булмағанлығын да эшләй һәм... тора-бара үҙенең ысын йөҙөн дә онота.
Һуңғы йылдарҙа, матур булыр өсөн, көслө заттар ҙа уларҙан ҡалышмай башланы. Күҙ буяп, толомдар үҫтереп сәхнәгә сыҡҡан ир-егет “йондоҙ”ҙарҙы күреп хәҙер күнегеп тә бөттөк инде. Һуңғы ваҡытта, интернет селтәрендә яңы мода барлыҡҡа килгәнлеген, билдәле спортсылар, сәхнә “йондоҙ”ҙарының фотоларына ҡарап белергә мөмкин. Һаҡал-мыйыҡтарын ҡойроҡ рәүешендә ҡырып иғтибарҙы йәлеп итә улар. “Маймыл ҡойроғо” тип атала ул.