Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2021, 21:28

16 йәшлек ҡыҙ егете менән әсәһен үлтереүҙә ғәйепләнә

Утыҙ тапҡыр сүкеш менән һуғалар, утыҙ таҡыр сәнсәләр...

Омск өлкәһендә 18 йәшлек егет һәм 16 йәшлек ҡыҙы менән кеше үлтереүҙә ғәйепләнә.
Тикшереү һәм суд асыҡлауынса, 2019 йылдың ноябрь башында егет менән ҡыҙ енәйәт ҡылырға ҡарар итә. Ҡыҙҙың әсәһе уларға осрашырға рөхсәт итмәй, шуға күрә йәштәр был ҡатынды үлтерергә уйлай. Улар бер ай буйына енәйәт планы ҡоралар.
2019 йылдың 31 декабренә төндә ҡыҙҙың әсәһе эштән ҡайта. Шул ваҡытта егет менән ҡыҙ уға һөжүм итә. Ҡатынға ун тапҡыр сүкеш менән һуғалар һәм утыҙ тапҡыр бысаҡ менән сәнсәләр.
Ҡатын ҡаршы торорға тырыша, ул егеттең аяғына ике тапҡыр бысаҡ ҡаҙарға өлгөрә, һуңынан әхирәтенә шалтырата, нисек булғанын һөйләп бирә. Ҡанға батҡан ҡатын фатирҙан подъезға сыға, шул саҡта күршеләре уны табып ала.
Ҡатын шул уҡ көндө дауаханала вафат була. Егет менән ҡыҙҙы ҡулға алалар.
Тикшереү барышында егет менән ҡыҙ ғәйебен өлөшләтә генә таный. Улар һуғыуҙарын раҫлай, тик был ҡыҙҙың әсәһе агрессив булғанға, үҙҙәрен яҡлау өсөн эшләнек тип аңлаталар. Ләкин тикшереү туплаған дәлилдәр нигеҙендә уларҙың версияһын тулыһынса кире ҡағалар.
Суд ҡарары буйынса 18 йәшлек егет 13 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатыла, уның һөйгәне 8 йылға ирегенән мәхрүм ителә.
Читайте нас: