Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2021, 12:45

Барыһына ла янғын ғына ғәйеплеме?

Техноген һәләкәт утыҙ биш йылдан һуң да экологтар иғтибарында.

Уҙған йылда Чернобыль зонаһы янында янғын сығыуы арҡаһында радиоактив матдәләр бысрана башланы, тип саң ҡаға экологтар.
Һәр янғын тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтерә. Сөнки унан бүленеп сыҡҡан радионуклеидтар һауаға тарала, һыуға төшә, тупраҡҡа һеңә.
Үткән йылы Чернобыль зонаһында көслө янғын сыға. 20 мең гектарға йәйелгән ҡыҙыл әтәс зыяраттарҙы, элекке ауыл урындарын һәм "Чернобыль-2" хәрби ҡаласығын юҡ иткән.
Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт 1986 йылдың 26 апрелендә була. Ул - тарихта иң эре техноген һәләкәт-фәҗиға булараҡ теркәлә. Станцияның дүртенсе энергия блогында сыҡҡан шартлау һөҙөмтәһендә 8,4 миллион кеше нурланыш ала. АЭС тирәһендәге ситләтелгән зона әле лә иғтибар үҙәгендә.
Читайте нас: