Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2021, 13:20

Элвин Грей һәм уның дуҫтары концертҡа саҡыра

Тамаша түләүһеҙ ойошторола.

Бөгөн Өфөлә Рус драма театры алдындағы майҙанда Рәсәй студенттары көнөнә һәм Халыҡ-ара интернетһыҙ көнгә арналған байрам концерты була.

Байрамда башҡорт эстрадаһы артистары Рөстәм Ғиззәтуллин, Раил Өмөтбаев, Зилиә Бәхтиева, Алтынай Вәлитов, МС Баш, «Zainetdin» этно-проекты һәм «Elvin Grey» лейблы артистары ҡатнаша. Сараның хедлайнеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин).

Тамаша көндөҙгө сәғәт 12-нән 5-кә тиклем була, түләүһеҙ. Рәхим итегеҙ!

Читайте нас: