Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2021, 00:25

Ни өсөн ҡайтыр юл ҡыҫҡараҡ тойола?

Таныш булмаған урынға барғанда юл оҙон, ҡайтҡанда ул тиҙерәк кеүек һиҙелеүен тойғанығыҙ барҙыр...

Таныш булмаған урынға барғанда юл оҙон, ҡайтҡанда ул тиҙерәк кеүек һиҙелеүен тойғанығыҙ барҙыр. Белгестәр был ваҡытты төрлө кешеләрҙең төрлөсә, бер үк кешенең төрлө осраҡта төрлөсә шәхси һиҙемләүе менән бәйләп аңлата.

Бер фараз — яңы әйберҙе ҡабул итеү эффекты. Таныш булмаған әйберҙе осратҡанда кешенең иғтибары активлаша һәм ул ваҡыттың был өлөшөн аңлап уҙҙыра, шуға күрә оҙаҡ ваҡыт үтеп киткән кеүек була. Таныш булған осраҡҡа килеп эләккәс, таныш юлдан өйгә ҡайтҡанда — иғтибар концентрацияһы кәмей, кешенең аңы ял итә һәм эске ваҡыт тиҙерәк уҙа.

Икенсе фараз — таныш булмаған осраҡта кеше борсола, һуңға ҡалырмын тип уйлай. Ул процесты контролдә тоторға тырыша, сәғәткә ҡарай, был процестар эске ваҡытты әкренәйтә. Ҡайтҡанда иһә контроль кәмей, ваҡыт күҙәтелмәй һәм тиҙ үтеп киткән кеүек була.

Тағы бер фараз — ҡайтҡанда өйгә йәки ял итергә барғанда ыңғай эмоциялы фон барлыҡҡа килгәнгә, ваҡыт тиҙ уҙа тип аңлата ғалимдар. Кеше яҡшы нәмә уйлағас, бәхет гормондары барлыҡҡа килә, субъектив ваҡыт тиҙ уҙа.

Һуңғы фаразды Киото университеты ғалимдары ла раҫлаған. Эксперимент барышында улар һиҙелерлек ыңғай фон ваҡытты һиҙеүҙе кәметә, уның барышы ла тиҙерәк ҡабул итеп ителеүен асыҡлаған.
Читайте нас: