Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2021, 13:55

Радий Хәбиров йылылыҡ өсөн түләүҙе төҙәтергә ҡушты

Кәңәшмәлә 2020 йылдың декабрендә йылылыҡ өсөн түләү мәсьәләһендә килеп тыуған һорауҙар күтәрелде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың хөкүмәт йортонда “Башҡортостан йылылыҡ таратыу селтәре” йәмғиәте етәкселеге менән осрашты. Кәңәшмәлә 2020 йылдың декабрендә йылылыҡ өсөн түләү мәсьәләһендә килеп тыуған һорауҙар күтәрелде.
Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиҡов аңлатыуынса, миҙгелдең температура үҙенсәлектәренә бәйле, декабрҙә йылылыҡ өсөн түләү ноябрь менән сағыштырғанда 42 проценттан да артырға тейеш түгел ине. “БашРТС” раҫлауынса, компания хеҙмәтләндергән 474 мең фатирҙың 310 меңендә күрһәткестәр ошо сикте ашып киткән. Был 5,6 мең йорт тирәһе.
Башҡортостан етәксеһе республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына “БашРТС” менән берлектә килеп тыуған хәлде мөмкин тиклем тиҙерәк төҙәтеү өсөн, төбәк халҡының ихтыяжын иҫәпкә алып, нигеҙле саралар күрергә ҡушты.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар йылылыҡ өсөн түләүгә хаҡтар артыуға килтереүсе факторҙарҙы ла атап үтте.
– Әгәр ҙә беҙ йылы өсөн түләү нигеҙһеҙ арттырылғанын беләбеҙ икән, бының сәбәбен асыҡларға, хәлде төҙәтергә һәм киләсәктә быға юл ҡуйылмауы өсөн саралар күрергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: