Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2021, 11:25

Занзибарҙан яңы ауырыу менән

Был юлы себен ғәйепле тиҙәр...

Пермь өлкәһендә йәшәүсе Наталья Пашина ике йәшлек ҡыҙы менән Занзибар утрауына ял итергә барғанда сир эләктерәләр. Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, бәләкәс баланың тән температураһы ҡырҡҡа күтәрелә.
Һуңғараҡ табиптар Африкалағы ағыулы себен тешләгәндән барлыҡҡа килгән ауырыу икәнлеген иҫбатлай ала.
“Хәрәкәт итеү ауырлашты, тән таралып төшөп барған кеүек. Ауыҙға тәғәм ризыҡ ҡапҡы килмәй. Мин ярай, оло кеше, көсләп ашарға, ауырыуға бирешергә ярамай икәнлеген аңлайым. Ә бына ҡыҙым менән ауырға тура килә”, - ти әсә кеше.
Йәһәннәмгә барып алып ҡайтылған сир таралып китмәһә ярай ҙа...
Читайте нас: