Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 23:15

Матур булғансы, бәхетле булып тыуырға кәрәкме икән?

Бәйһеҙ ир-ат, көнсөл ҡатын-ҡыҙ арҡаһында...

Матурлыҡ – шартлы нәмә. Бының шулай икәнлеген Ҡаҙағстандан “Мисс Ҡыҙылурҙа” титулына лайыҡ булған Гөлнур Нуртаза күптән төшөнгән инде. Сөнки һылыулыҡ конкурсында еңеү яулаһа ла, 19 йәшлек ҡыҙҙың тормошо беҙ киноларҙа ҡарап күнеккән геройҙарҙыҡы кеүек түгел.
Йәтим ҡыҙға бөгөн кафела һауыт-һаба йыуырға тура килә. Төрлө урындарҙа эш эҙләп ҡарай ул. Тик барыһы ла уңышһыҙ тамамлана. Эшкә алған көслө заттар бәйһеҙлектәре менән аптыратһа, гүзәл заттар Гөлнурҙың һылыулығынан көнләшеп, унан алыҫыраҡ булырға тырышалар.
Читайте нас: