Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 20:00

Министр булып күп тә эшләмәгәйне...

Ул нимәлә ғәйепләнә?

Бөгөн, 1 февралдә, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында тентеүҙәр үткән. Ведомство башлығы Рәмзил Күсәрбаевтың кабинетына хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре килеп ингән.

«Башинформ» агентлығында яҙылыуынса, министрлыҡта 2017 йылда Күмертау ҡалаһында таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү тураһында эш буйынса оператив-тәфтиш саралары үткәрелгән.«Ул ваҡытта Рәмзил Күсәрбаев капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы вазифаһын биләгән, ә республикаға Рөстәм Хәмитов етәкселек иткән», — тип билдәләне республика хөкүмәте вәкиле. Әлеге ваҡытта чиновник ҡулға алынған.

Рәмзил Күсәрбаев 2020 йылдың декабрендә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы башлығы итеп тәғәйенләнгәйне.

Читайте нас: