Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 20:35

Төп йәшәү сығанағы

Ни өсөн Африка халҡы һыуһыҙ интегә?

Һыу – йәшәү сығанағы икәнлеген һәр кем аңлай. Эсәр һыу бөткәнлектән ҡайһы бер илдәрҙә халыҡ тыуған ерен ташлап китергә лә мәжбүр. Беҙҙә хәлдәр улай уҡ ҡурҡыныс түгел. Әммә был йәһәттән дә ҡыуанырға иртәрәк. Күҙгә күренеп йылға-күлдәребеҙҙең ҡороуы, шишмәләрҙең юҡҡа сығыуы ғына ни тора. Беҙҙә уның сәбәбен ҡоро килгән йылдарға, ағастарҙың күпләп ҡырҡылыуынан тип аңлаталар.
Шулай ҙа, торлаҡ-коммуналь хужалығынан аңлатыу эштәре тейешенсә алып барылып, халыҡ хисаплау приборҙарын ваҡытында алмаштырһа был хәлгә барып та етелмәҫ ине, ти белгестәр. Шулай булмай ни, крандан тамсылап ҡына торһа ла тәүлегенә 24 литр һыу әрәмгә китәсәк. Әгәр ҙә әҙ генә ағып торған кеүек икән – 150 литр юҡҡа сығасаҡ. Уртаса ҙурлыҡтағы бер ҡалала ошондай вайымһыҙҙар арҡаһында 80 миллион литр эсәр һыу сарыф ителә тигәнде аңлата.
Ғөмүмән, эсәр һыуҙың баһаһы донъя буйлап ваҡыт үткән һайын арта ғына бара. Уны экономиялау өсөн ниндәй генә ысулдар ҡулланылмай...
Инглиздәрҙә ике кран ҡуйыла. Эҫе һәм һыуыҡ һыуға айырым. Һауыт-һаба йыуыр өсөн махсус һауытҡа ғына ағыҙып алалар.
Германияла һауыт-һаба, кер йыуыу машиналарын төндә генә ебәрәләр. Был утҡа ла арзаныраҡҡа тура килә. Шулай уҡ, теш йыуғанда, ышҡынғанда кранды һүндереп торалар. Ғөмүмән, унда көндә душ кереү – ҡалын кеҫәлеләр өсөн генә. Машинаны йыуғанда шланг менән һиптермәйҙәр. Биҙрәләге һыуҙа ҡул менән ышҡып йыуғанда әҙерәк сарыф ителгәнен күптән беләләр.
Япондар бер йыйылған ванна һыуында тотош ғаиләләре менән йыуыналар. Әлбиттә, унан алда душта ҡойоноп сығыу зарур. Һуңынан шунда керҙәрен дә сайҡап эләләр.
Корея хужабикәләре кер әҙерәк булһын өсөн төҫлө кейемдәр алырға тырышалар. Аҡ, ҡара төҫтәгеләренә ҡарағанда, улар оҙағыраҡ бысрай, тапланһа ла бик күренеп бармай, тиҙәр.
Иң интеккән халыҡ Африкала иҫәпләнә. Бер кемгә лә сер түгел, күп ерҙә һимереп йонсоһалар, бында иһә күптәр аслыҡтан аяҡ һуҙа. Сөнки аҙыҡ-түлекте үҫтереү, бешереү өсөн һыу кәрәк. Ә бит хәлдәр унда беҙ уйлағанса насар ҙа түгел. Ер аҫтында һыу запасы бар икәнен күптән асыҡлағандар. Әммә халҡы байманлыҡта йәшәһен өсөн дәүләт тарафынан бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтелмәй тиерлек. 80 процент Африкалылар һыу менән тәьмин ителһен өсөн 10 миллиард доллар кәрәк тип кенә ҡуялар. Йылына эсәр һыу етмәгәнлектән, йә бысраҡ һыу эсеп, төрлө ауырыуҙар менән 5 миллион халҡы баҡыйлыҡҡа күсә.
Ҡала ерендә йәшәүселәрҙең хәле ул хәтлем киҫкен булмаһа ла, ауылдағылар ныҡ интегә. Ғәҙәттә, һыуға ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йөрөй. Көнөнә бер нисә литр алып ҡайтыр өсөн әллә нисәмә саҡрым тәпәйләргә тура килә. Күптәре ошо юлда имгәнә, белем алырға, мөмкинселектәре лә, ваҡыттары ла ҡалмай.
Киләһе 15 – 20 йылдан был проблема менән ер йөҙөндәге күп илдәр күҙмә-күҙ осрашасаҡ, тип фаразлана. Тап шул ваҡытта Африкаға эсәр һыуға һорау менән мөрәжәғәт күбәйәсәк, тип күҙаллана. Улай була ҡалһа, был парадоксмы, әллә мәғәнәһеҙлекме, әллә беҙҙәге кеүек сит илгә ярҙам тип аталырмы? Киләсәктә күҙ күрер.
Читайте нас: