31 ғинуарҙа Башҡортостандың Кушнаренко районында М-7 трассаһында йөк машинаһы менән еңел автомобиль бәрелешә. Аварияла ике йәш кеше һәләк була.
Йөк машинаһы менән Алабуға ҡалаһында йәшәүсе 57 йәшлек ир идара итә. Фураның шоферы әйтеүенсә, уның йөрәге ауырта башлай һәм ҡаршы яҡ һыҙатҡа барып сыға. Бәрелешеү шул тиклем көслө булған, еңел машина тимер-томорға әйләнә. «Лада Гранта» менән идара итеүсе 19 йәшлек егет урында уҡ һәләк була, уның 18 йәшлек пассажиры ашығыс ярҙам машинаһында вафат булған. Егеттәр Илеш районының Үрмәт ауылында йәшәгән.
«Лада Гранта» машинаһында 19 йәшлек тағы ике пассажир булған, улар әле Өфө дауаханаһында.
Йөк машинаһын йөрөтөүсене Кушнаренко районы дауаханаһына алып барғандар, уға йөрәктә ишемия ауырыуы диагнозы ҡуйылған.