Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 23:36

Юлдарҙа боҙлауыҡ, буран көтөлә

Алыҫ юлға сыҡмай торорға кәңәш ителә.

Республикала көслө буран һәм юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 2 февралдә иртәнсәк һәм төштән һуң көслө ҡар бураны булыуы, елдең секундына 20 метрға етәсәген белдерә.
Һауа температураһы төндә -8, -10 градус, көндөҙ 0 ° тирәһе буласаҡ. Йәйәүлеләргә епшек ҡар һырыған ағастар, күп ҡатлы биналар янынан үткәндә һаҡ булырға кәрәк. Иртәнсәк һәм төштән һуң юлдарҙа күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем кәмейәсәк. Машина йөрөтөүселәргә тиҙлек арттырмаҫҡа һәм алыҫ юлға сыҡмай торорға кәңәш ителә.
Читайте нас: