Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙерге заманда быуаттар буйына ҡалыплашҡан йәғни китап һәм аҡбур менән генә белем биреү мөмкин түгел. Йәш быуынды уҡыуға ҡыҙыҡһындырыуҙа, шәхес булып үҫешергә булышлыҡ итер өсөн заманса педагогик технологияларҙың ярҙамы ҙур.
Милли проект сиктәрендә, Бәләбәйҙәге беренсе һанлы Балалар сәнғәт мәктәбендә интерактив таҡта һәм проектор алынған.
“Дәрестә хәҙер уҡыусыларға ғына түгел, уҡытыусыларға ла ҡыҙыҡ. Балалар дәрестә әүҙем эшләй башланы”, - ти уҡытыусы Анжелика Иҙиәтуллина.