Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 01:59

Ике баланы тереләй яндырып үлтерергә теләгән

Үҙе быны күҙәтеп тора.



Рәсәй Тикшереү комитетының Алтай өлкәһе буйынса Тикшереү хакимлығы Бийск ҡалаһында йәшәүсе 33 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эшен тикшереп бөткәндәр. Ул ике балаһын яндырып үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнә.
2020 йылдың 18 ноябрендә Бийск ҡалаһындағы урамдарҙың береһендә 33 йәшлек ир элек бергә йәшәгән ҡатынын осрата. Ҡатындың балалары ауырый һәм ул дарыуханаға барыуын әйтә. Был ир менән ҡатындың 11 йәшлек ҡыҙы һәм уртаҡ 3 йәшлек улы өйҙә үҙҙәре генә була. Быны белеп ҡалған ир өйгә килә, ул өй эсенә инергә маташа, тик инә алмай.
Ир өйҙең ағас стеналарына яна торған шыйыҡса һибә һәм ут төртә. Бөтә ҡоролмаға ут ҡапҡанын белгәс, ул яҡындағы өйҙән күҙәтеп тора. Шул саҡта өй янынан үтеп барған ир янғын сығыуын күреп ҡала һәм балаларҙы ҡотҡара.
Махсус рәүештә өйгә ут төртөү хужабикәгә шаҡтай ҙур матди зыян килтерә.
Тикшереү барышында ир ғәйебен өлөшләтә таный, ул иҫерек булыуын һәм балаларҙы ҡурҡытырға ғына теләүен әйтә. Был әҙәм хәҙер төрмәлә нисек шаяртырға япамағанлығын аңлар, моғайын.
Читайте нас: