Голландия, Дания, Германияла йәшәүселәрҙең күпселеге бензинға, юл йөрөүгә хаҡтар арта тип, әллә ни ҡайғырып ултырмай. Улар күптән велосипедтарҙа йөрөп күнеккән.
Япондар электр утын тотоноуға ла ҙур иғтибар бүлә. Хатта һыуытҡысты асып, уны оҙаҡ асып тормаҫ өсөн (эсендә ут яна бит), алдан уҡ ҡайҙа нимә ятҡанын беләләр. Сөнки бер үк аҙыҡты бер урынға ғына һалалар. Туҡланыуҙа ла экономиялап була тип, иҫәпләйҙәр. Көн дә, беҙҙең кеүек, нимә иҫтәренә төшә шунда магазинға йүгермәйҙәр. Ташламалар эшләнгән урындан ғына, йә күмәртәләп алып ҡуйыуҙы хуп күрәләр. Тағы ла ҡайҙа барһалар ҙа һыуҙы үҙҙәре менән йөрөтәләр. Был автоматтан алыуға ҡарағанда, күпкә осһоҙораҡҡа төшә, тиҙәр.