Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 20:05

Рәссам, гитарала уйнап йырлаусы, сәс киҫеүсе...

Башҡортостан телевидениеһының Интерактив тапшырыуҙар редакцияһы етәксеһе, “Сәләм” программаһы алып барыусыһы Наил Юнысов тураһында 10 факт. #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға

  1. Баймаҡ районының Әмин ауылында тыуған. Бәләкәй генә ауыл малайы. Башланғыс класта 3 кеше уҡығандар. 5-8 класта Темәс мәктәбенә йөрөп белем алған, 3 саҡрымлыҡ араны йәйәләп рәхәтләнеп үткәндәр. Тыуған ауылында асылған яңы мәктәптә 9 класта ла шул уҡ 3 кеше уҡып сыға. Үҙен “күсмәнде уҡыусы” тип һанай))
  2. Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназияһын тамамлап рәссам һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫтаһы (декоративно-прикладное искусство) дипломын алып сыға. Мәктәптә һәм университетта уҡыған йылдарҙа төрлө байрамдарға арнап Стенгазеталар биҙәр булған.
  3. Юғары белемде БДУла ала. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәренә уҡый, әммә уҡытыусы булып эшләп ҡарағаны юҡ. Университетта шулай уҡ, фарсы телен өйрәнә. Иран республикаһына практика үтергә еберәбеҙ тигәс ныҡ тырышып уҡый. Һөйләшеп-аңлашырлыҡ кимәлгә етә. Шул сәбәпле инглиз телен бөтөнләй онота (“I love you» нан тыш). Төрлө сәбәптәр арҡаһында университет етәкселеге Иранға практикаға ла ебәрмәйҙәр. Ҡанаты төшкән егет хәҙер фарсы телен дә бөтөнләй онота.
  4. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында 16 йыл эшләй. Эш көнө таңғы 05.00 башлана. Көн аша ошо режим буйынса эшләп иртә торорға өйрәнеп бөткән. Үҙен һабан турғайҙарының БАШЛЫҒЫ тип һанай. Башҡортостан телдевидениеһында 16 йыл алып барыусы һәм һуңғы 10 йылда “Сәләм” программаһының етәксеһе вазифаһын параллель рәүештә башҡара.
  5. 2005 - 2014 йылдарҙа телевидение менән бер рәттән “Юлдаш” радиоһында алып барыусы булып эшләй. “Юлдаш йыры” проектын башлаусыларҙың береһе. Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларында радиола эшләгән талантлы коллегалары ҡатнашлығындағы концерттар ойоштороуҙы ла Наил һағынып иҫкә ала. 2007 йылда коллегаһы Гөлнара Шәмсетдинова менән берлектә Юлдаш радиоһы логотибы эскизын төшөрәләр. Бөгөн дә ул ҡулланышта.
  6. 8 класта сәс ҡырҡырға өйрәнә. Бөгөн дә был һәләте менән ихлас шөғөлләнә. Ҙур ғорурлығы менән дә уртаҡлашты әңгәмәсем - бер ҡасан да тәмәке тартҡаны юҡ.
  7. Студент йылдарында гитарала уйнап йырларға өйрәнә. Репертуарында 30-лап йыр бар. Пандемия осоронда йырҙарҙың бер нисәүһен социаль селтәрҙәрҙә көн дә һалып, халыҡ бойоғоп ултырмаһын өсөн дәртләндереү посттарын тәҡдим итә барҙы. Инстаграм, Бәйләнештә һәм Тик Ток платформаларында үҙенең шәхси аккаунттары аша халыҡҡа күпселек осраҡта, юмор еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
  8. Хәләл ефете Лилиәне тәү күргәндә лә ҡулында гитараһы булған. Кис Салауат Юлаев майҙанында дуҫтары менән гитара уйнап ултырырға йыйыныуҙарын белдерә һәм шунда саҡыра ҡыҙҙы. Икенсе көнөнә бер ҡулына гитара тотһа, икенсеһе менән буласаҡ кәләшен етәкләү бәхетенә ирешә.
  9. Өс бала атаһы булыуы менән ғорурлана. Балаларының башҡорт һәм рус телдәрендә һыу кеүек таҙа һөйләшеүҙәренә ҡыуана.
  10. Ауыҙ тултырып һөйләрлек, яҙырлыҡ 10-сы факт әлегә юҡ, тип белдерҙе әңгәмәсем. Әммә пландары, маҡсаттары ифрат ҙур. Уларҙы тормошҡа ашырғас та хәбәр итергә вәғәҙә бирҙе танылған тележурналист Наил Юнысов.
  11. Читайте нас: