Бина Республика балалар клиник дауаханаһы биләмәһендә төҙөләсәк. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов белдерҙе.
Барлығы 2021-23 йылдарҙа республика маҡсатлы инвестицион программаға ярашлы 13,6 миллиард һумлыҡ һигеҙ һаулыҡ һаҡлау объекты төҙәләсәк.
2021 йылда сменаға 400 кеше ҡабул итәсәк өлкәндәр поликлиникаһы менән берләшкән сменаға 200 кеше ҡабул итерлек балалар поликлиникаһы, шулай уҡ Саҡмағош ауылында сменаға 250 кеше ҡабул итерлек поликлиниканы файҙаланыуға тапшырасаҡтар.
Быйыл Баймаҡта 300 кеше ҡабул итерлек балалар поликлиникаһы төҙөлөшө башланасаҡ.