Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 19:05

Зарарлы аҙыҡ юҡ ителгән

Был кеше һаулығы өсөн хәүефлеме?

Баш ҡаланың ҡайһы бер магазиндарындағы аҙыҡ-түлектә Африка сусҡа тағуны вирусы геномы булыуы асыҡланған.
Республиканың ветеринария идаралығында әйтеүҙәренсә, хәүефле сирҙең эҙҙәре бауыр паштетында табылған. Зарарлы аҙыҡ өс магазинда һатылған – “Агро-торг”, “Элемент-трейд” һәм “Пятерочка” сауҙа селтәрендә. Элек зарарлы аҙыҡ “Магнит” сауҙа селтәрендә табылғайны.
Ветеринария идаралығында әйтеүҙәренсә, бөтә зарарлы аҙыҡ ваҡлап һатыу сауҙаһынан тартып алынған һәм юҡ ителгән. Вирустың кеше сәләмәтлеге өсөн хәүеф тыуҙырмауы ла билдәләнгән.
Читайте нас: