Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 09:50

Башҡорт балы Көньяҡ Корея һәм Мароккоға юллана

Япондарға ла башҡорт балы оҡшаған.

Өфөнөң «Медовз» компанияһы Көньяҡ Корея һәм Марокко менән 4,6 миллион һумдан ашыу башҡорт балын һатып буйынса килешеү төҙөгән. Татлы аҙыҡтың тәүге партияһы оҙатылған да инде.
Япондар ҙа беҙҙең балға ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдергән.
Корея 3,2 миллион һумлыҡ продукция алыуҙы күҙҙә тота. «Медовз» компанияһы рәйесе Эмиль Әхтәмйәнов әйтеүенсә, Сеулға ваҡлап һатыу өсөн айырым быяла һауыттарҙа ла, контейнерҙарҙа ла 7 тонна самаһы бал оҙатылған.
Марокконың MediFood сауҙа селтәрҙәре 1,4 миллион һумға йәнә 7 тонна бал һатып алған.
Читайте нас: