Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 11:00

Башҡорт балы Төньяҡ Кореяға һәм Мароккоға оҙатыласаҡ

Бал менән шөғөлләнеүсе Өфө “Медовз” компанияһы Төньяҡ Корея һәм Марокко менән 4,6 млн һумдан ашыу суммаға экспорт килешеүҙәре төҙөгән.

Бал менән шөғөлләнеүсе Өфө “Медовз” компанияһы Төньяҡ Корея һәм Марокко менән 4,6 млн һумдан ашыу суммаға экспорт килешеүҙәре төҙөгән. Продукцияның тәүге партияһы ебәрелгән инде. Sojitz Corporation япон сауҙа корпорацияһы ла башҡорт балына ҡарата ҡыҙыҡһыныуын белдерә, тиҙәр Башҡортостандың тышҡы иҡтисаиди бәйләнеш буйынса дәүләт комитететында. Корея контрагенты, Medovik LLC эре магазин-гастрономы менән контрактҡа дәүләт комитеты ойошторған онлайн-бизнес-миссия сиктәрендә ҡул ҡуйылған. Унда 3,2 млн һумлыҡ продукция ебәреү хаҡында һүҙ бара. “Медовз” компанияһы етәксеһе Эмиль Әхмәтйәнов әйтеүенсә, Сеулға ете тонна самаһы бал ебәрелгән. MediFood Марокко аҙыҡ-түек дистрибьютеры илдең төрлө магазиндары өсөн 1,4 млн һумлыҡ йәнә ете тонна бал һатып алған.
Читайте нас: