Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 21:35

Эльбрус Ниғмәтуллинға бүтәндәр ҡушылған

Ул тағы ниндәй батырлыҡ күрһәткән?

Эльбрус Ниғмәтуллинды Рәсәйҙә белмәгән кеше юҡтыр. Вагонды ла, самолетты ла урынынан ҡуҙғатып, күптәрҙе хайран иткән ғәжәп көслө кеше ул. Күптәр коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтергәме, юҡмы тип баш ватҡанда, бөгөн батыр коронавирустан прививка яһатҡан.
Спортсы үҙе әйтеүенсә, ул ғаиләһендә беренсе булып прививка яһатҡан. Ҡатыным:”Әйҙә, Эльбрус, һин беренсе бул. Һиңә ҡарап беҙ ҙә эшләтербеҙ,” - тине. Дуҫтарым һәм туғандарымды үҙ артымдан эйәртермен, улар ҙа прививка яһатыр, тип өмөтләнәм.
Рәсәйҙең иң көслө кешеһенән өлгө алып, тотош Өфө моторҙар етештереү берекмәһе коллективы ла ҡушылған.
Читайте нас: