Шоңҡар
+21 °С
Дождь
Новости
3 Февраля 2021, 05:00

Әлшәй районында ике ФАП асылды

Хәҙер бер нисә ауыл халҡының уңайлы шарттарҙа тәүге медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Ошо көндәрҙә Әлшәй районының Казанка һәм Таштүбә ауылдарында мөһим ваҡиға булды – унда яңы фельдшер акушер пункты асылды. Элекке ФАП-тар бик алама хәлдә ине. Хәҙер бер нисә ауыл халҡының уңайлы шарттарҙа тәүге медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Яңы ФАП-тар барлыҡ заманса талаптраға яуап бирә. Унда тейешле ҡорамалдар һәм кадрҙар бар. Казанка ауылындағы ФАП - дүрт йөҙҙән ашыу, Таштүбәләгеһе ике йөҙҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.
Читайте нас