Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 18:10

Намаҙ уҡыуҙың һаулыҡҡа йоғонтоһо бармы?

Кеше организмында 360 артыҡ быуын бар. Намаҙ ваҡытында уларҙың барыһы ла хәрәкәткә килә.

Баш мейе эшмәкәрлеген ергә эйәлеү һөҙөмтәһендә яҡшыртырға була. Был хәрәкәтте даими башҡарыу, йәғни Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт йөҙөнән сәждә ҡылыу һөҙөмтәһендә баш мейеһенең ҡан тамырҙары нығый һәм тығыҙлана. “Сәждәгә китеү йөҙҙән артыҡ сирҙән арынырға ярҙам итә”, - ти ғалимдар. Кеше организмында 360 артыҡ быуын бар. Намаҙ ваҡытында уларҙың барыһы ла хәрәкәткә килә.
Диндә башҡа төр физик күнегеүҙәренә лә ҙур иғтибар бирелә. Хеҙмәт менән бергә ял итеү – тәбиғәткә сығыу, төрлө уйындар уйнау – Аллаһы Тәғәләгә һөйөклө булған ғәмәлдәр. Мөхәммәт (ғәләйһиссәләм): “Күңел асығыҙ һәм уйнағыҙ, минең дини ҡәрҙәштәремдең кәйефе насар булыуы миңә оҡшамай”, - тигән.
Дин һәм сәләмәтлек хаҡында һүҙ йөрөткәндә, ураҙа тураһында ла әйтмәй китеү яҙыҡ булыр. Сөнки әлеге ваҡытта киң таралған ауырыуҙарҙың ҡайһы берҙәрен тап ураҙа тотоу менән дауаланыуҙың ысулдары күптән билдәле. Мөхәммәт (ғәләйһиссәләм) дә бит: “Ураҙа тотоғыҙ, сәләмәт булырһығыҙ!” – тип юҡҡа ғына әйтмәгән.
Читайте нас: