Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 23:57

11 йыл элек табылған ҡыҙ

Бөгөн ул ни хәлдә?



2009 йылда Өфөнөң Пожарский урамында урам эттәре менән бергә тәрбиәләнгән 3 йәшлек ҡыҙыҡай табылған. Киң мәғлүмәт сараларында ошо хаҡта яҙып сыҡҡандан һуң бала эскелек менән мауыҡҡан яңғыҙ әсәнән тартып алынған һәм социаль-реабилитация үҙәгенә урынлаштырылған.

"Ярым ҡараңғы мөйөштә яланғас ҡыҙыҡай дүрт аяҡланып ҡомһоҙлоҡ менән һөйәк кимерә. Эргәһендә эт ниндәйҙер ҡалдыҡтарҙы бүлгеләй. Эт яҡыныраҡ килһә, ҡыҙыҡай тағы ла нығыраҡ һөйәккә йәбешә - үҙенең «төшкө ашын» бирмәй. Ә өҫтәл артында сабыйҙың әсәһе тәрилкәнән нимәлер ашай", - тип яҙған ул саҡта КП-Уфа журналистары. Социаль үҙәккә күскәс, баланың һаулығы менән етди проблемалар булмаған. Ул бер нисә һүҙ әйтә алған, ҡалаҡ тота белгән, ләкин таныш булмаған кешеләрҙән ҡурҡҡан.

Хәҙер ҡыҙға 13 йәш тирәһе. Учреждениела белдереүҙәренсә, ҡыҙҙың хәле һәм артабанғы яҙмышы тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирелмәй. Ләкин, сығанаҡ һүҙҙәренсә, ҡыҙыҡайҙың барыһы ла яҡшы. Психологтар, ысынлап та, уны реабилитациялауға өлгәшкән, тиҙҙән бала тәртибе буйынса тиҫтерҙәренән айырылмаған тиерлек.

Ҡыҙҙың әсәһенә «Баланы тәрбиәләү бурыстарын тейешенсә үтәмәү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уның менән нимә булғандыр, билдәһеҙ.
Читайте нас: