Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 21:35

Балыҡсы ырыуы Асҡын ерендә йыйыла

Сара аҙағында йыйын делегаттары “Айыҡ ауыл-2020” конкурсы сиктәрендә уҙғарылған фольклор байрамында ҡатнаша ала.

Иртәгә, 5 февралдә боронғо башҡорт ырыуы – Балыҡсы вәкилдәре Башҡортостандың Асҡын районында йыйын уҙғара.
Йыйындың дөйөм программаһына балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мәғрифәт саралары ла ингән.
11 сәғәттә “Тамыр” телеканалы район хакимиәте бинаһында башҡортса йәнһүрәттәр презентацияһы һәм милли фотосессия ойошторһа, 9 сәғәттә “Аҡбуҙат” журналы Асҡын районының 1-се мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре һәм конкурстар үткәрә.
Балыҡсы ырыуы йыйынының пленар өлөшө Урмияҙ ауылында 10 сәғәттә башлана. Асҡын һәм Ҡариҙел райондарынан килгән делегаттар һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары, ғалимдар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн күргәҙмәләр һәм тарихи-театраль тамаша уҙғарыла. Йыйында Балыҡсы ырыуының йәмәғәт советы ойошторола, уның ағзалары һәм рәйесе һайлана.
Сара аҙағында йыйын делегаттары “Айыҡ ауыл-2020” конкурсы сиктәрендә уҙғарылған фольклор байрамында ҡатнаша ала.
Башҡорт ырыуҙары йыйыны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә үткәрелә. Киләһе айҙарҙа ошондай уҡ йыйындарҙы Уран, Ҡаңлы, Унлар ырыуҙары ерҙәрендә уҙасаҡ. Йыйындар шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Ырыу ағасы” проекты менән берлектә ойошторола.
Читайте нас: