Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 21:43

Өс еңел автомобиль бәрелешкән

25 йәшлек ике бала әсәһе һәләк булған.


Баҡалы районында Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлының 132-се саҡрымында өс еңел автомобиль бәрелешкән

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Хендай Солярис» водителе, дистанцияны боҙоп, юл ыңғай осраған «Лада Гранта»ға бәрелгән. Шунан һуң автомобиль ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм «Дэу Матиз»ға төкәләгән. Һуңғыһының водителе – 25 йәшлек ике бала әсәһе шунда уҡ һәләк булған. Алты һәм өс йәшлек ике бала яҡындағы дауаханаға оҙатылған.

Балаларҙың хәле тотороҡло тип баһалана. Был көндәрҙә һауа торошоноң көйһөҙлөгө дауам итә. Юлдарҙы һаҡ булырға кәрәклеген иҫкәртә юл хәрәкәте хеҙмәткәрҙәре.
Читайте нас: