Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 13:10

"Тамға" күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ!

Экспозицияға төрлө конкурстарҙа еңеүселәрҙең, махсус призға лайыҡ булыусыларҙың эштәре ҡуйылған.

БР Милли музейында «Тамға» башҡорт милли кейемдәре һәм «ЭтноРакурс» фото күргәҙмәһе эшләй башланы Ойоштороу комитетына бөтәһе 250-нән ашыу ғариза бирелгән, жюри биш номинация – “Башҡорт милли костюмы – реконструкция”, “Балалар костюмы”, “Башҡорт милли биҙәнеү әйберҙәре”, “Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары” буйынса 1400-ҙән ашыу эште баһалаясаҡ. Экспозицияға төрлө конкурстарҙа еңеүселәрҙең, махсус призға лайыҡ булыусыларҙың эштәре ҡуйылған.
Күргәҙмәне тәбрикләү һүҙе менән республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡов асты. Күргәҙмәләр 28 февралгә тиклем эшләйәсәк. Урыны: БР Милли музейы (Өфө ҡалаһы, Совет ур., 14). Эш ваҡыты: шишәмбе-йома иртәнге 11-ҙән киске сәғәт 17-гә тиклем, шәмбе һәм йәкшәмбе иртәнге 11-ҙән бишенсе яртыға тиклем.
Читайте нас: