Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 00:15

Туймазыла уҡыусы икенсе ай инде ҙур йөк машинаһы яһай

Данил Фәттахов шофер булырға хыяллана.

Туймазы районы Әгертамаҡ ауылы мәктәбенең һигеҙенсе класс уҡыусыһы Данил Фәттахов шофер булырға хыяллана. Ике ай элек ул ҡарҙан хыялындағы алты метрлыҡ ашлыҡ ташыу машинаһын яһарға булған.

Данил үҙе генә эшләй, дуҫтарым алыҫта йәшәй, ти, уның «оҫтаханаһына» көрт йырып килеү еңеү түгел - бында һуҡмаҡ та, автомобиль юлы ла юҡ. Уның ҡарауы, йөк машинаһы Туймазы -Төмәнәк юлынан яҡшы күренә. Йәш скульпторҙың эшен күреп ҡалған водителдәр, хуплауҙарын һәм һоҡланыуҙарын белдереп, сигнал бирә.
Читайте нас: