2020 йылдың 1 июленән һуң балаһы тыуған (йәки уллыҡҡа алған) ғаиләләр 1 апрелгә тиклем 5 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүгә ғариза бирергә мөмкин. Был йыл дауамында аҡса алыу өсөн мөрәжәғәт итмәгәндәргә лә ҡағыла.
Былтыр 3 йәшкә тиклемге балаларға аҡса йәки 3-16 йәшлек балаларға бер тапҡыр бирелә торған түләү алған ғаиләләргә аҡса автоматик рәүештә күсерелде.