Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 21:45

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тағы күсерелде

Рәсәй Хөкүмәте йәниҫәпте үткәреү ваҡытына бәйле ҡарар ҡабул итте

Коронавирус пандемияһына бәйле быйыл апрелдә үтергә тейешле Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сентябрь айына күсерелде.
Эпидемиологоик шарттар апрелдә йәниҫәпте уҙғарырға мөмкинлек бирмәй. Халыҡ иҫәбен һанау мөһим эш, тик һаулыҡ тағы ла мөһимлерәк.
– Һынау рәүешендә халыҡ иҫәбен алыу – элек-электән ҡулланылған алым, ул төп сараға әҙерлек булараҡ үткәрелә. Уның барышында методик, ойоштороу һәм техник йәһәттән тыуасаҡ һорауҙарҙы асыҡлау мөмкин буласаҡ. Сентябрҙә үтәсәк һынау рәүешендә халыҡ иҫәбен алыу ҙа беҙгә яңы технологияларҙы ғәмәлдә ҡулланып ҡарарға мөмкинлек бирәсәк.
Читайте нас: