Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 15:20

Ҡөрьәнде элегерәк белгән булһам, фән юлынан һуҡырҙарса бармаҫ инем...

“Аллаһы Тәғәлә ике донъяға юл бирҙе: береһенең һыуы татлы, икенсеһенеке тоҙло һәм әсе. Ул ике даръя Аллаһы Тәғәләнең әмере менән бер-береһенә юлыҡмаҫтар”. “Рахман” сүрәһе, 19-сы аят.

Ғалимдар тарафынан күҙәтеүҙәр һөҙөмтәһендә ике диңгеҙ осрашҡан ерҙә һыу ҡушылмауы билдәле була. Улар араһындағы барьер диңгеҙҙәрҙе бүлә, шуға күрһә һәр береһе үҙенә хас булған температураға, тоҙлылыҡҡа, тығыҙлыҡҡа эйә. Мәҫәлән, Урта диңгеҙҙең һыуы йылыраҡ, тоҙлораҡ һәм тығыҙлығы Атлантик диңгеҙҙекенә ҡарағанда әҙерәк. Диңгеҙ тулҡындары ни ҡәҙәре көслө булыуға ҡарамаҫтан, ике диңгеҙ һыуы ҡушылмай. ХХ быуат аҙағында океанологтар тарафынан үткәрелгән фәнни тикшеренеүҙәр һыу пәрҙәһе уларға ҡушылырға ирек бирмәүен асыҡларға ярҙам итә. Ошо асыш Ҡөрьәндең дүрт сүрәһендә тасуирлана: “Фуркан”, “Нәмел”, “Мәләикә”, “Рахман”.
Тикшереү эштәрен үткәргән Жак-Ив Кусто башҡа ғалимдар менән ошо хәл тураһында һөйләшеп ултырғанда, профессор Морис Бюкай әлеге асыштың 1400 йылдар элек Ҡөрьәндә яҙылған булыуын әйтә. Был хәлдән һуң Жак-Ив Кусто Ҡөрьәндең Аллаһы Тәғәлә тарафынан ингәненә инана һәм ислам динен ҡабул итә.
“Ҡөрьәнде элегерәк белгән булһам, фән юлынан һуҡырҙарса бармаҫ инем, миңә юл күрһәтеүсе китабым булыр ине”, - тигән М. Бюкай.
Читайте нас: