Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2021, 19:56

2021 йылда берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу көндәре билдәле булды

Имтихандарҙы ҡасан бирергә була?

Төп осор - 31 майҙан 2 июлгә, өҫтәмә осор - 12 июлдән 17-һенә тиклем.

31 май - география, әҙәбиәт һәм химия;

3 һәм 4 июнь - рус теле;

7 июнь - профилле математика;

11 июнь - тарих һәм физика;

15 июнь - биология;

18 июнь - сит телдәр (яҙма);

21 һәм 22 июнь - сит телдәр (телдән).

24 һәм 25 июнь - информатика.

Резерв көндәр - 28-29 июнь, 2 июль, өҫтәмә осор — 12, 13, 14 һәм 17 июль.

Инвалидтар һәм юғары уҡыу йортона инергә йыйынмаған уҡыусылар өсөн рус теленән һәм математиканан сығарылыш имтихандары 25 һәм 28 майҙа була, резерв көндәр - 8 һәм 10 июнь, өҫтәмә осор - июлдә һәм сентябрҙә.
Читайте нас: