Мин һине аңлайым. Булмышы менән ир-егеттәр үҙҙәрен еңеүсе итеп күрергә ғәҙәтләнгәндәр. Әммә һәр ваҡыт барыһы ла улар теләгәнсә генә килеп сыҡмай. Был ваҡытта нимә эшләргә һуң? Сираттағыса: “Ҡоромағыр, мин әйткәнде тыңламаһаң шулай була ул!” – тип нервыларын ашағансы: “Мин һине аңлайым. Әйҙә, икенсе юлы кәңәшләшеп эшләйек”, - тигәндә, хәләлегеҙҙең үҙ-үҙенә ышанысы артыр. Маҡтап, хуплап тороу. Йылы һүҙ йыланды ла өңөнән сығара, тиҙәр. Ир-егеттәр менән дә шулай. Эштән һеҙ ҡайтыуға иртәрәк бушап тоҙһоҙ итеп ашарға бешерәме, әллә ремонт мәлендә обойҙарҙы ҡыйышыраҡ йәбештерәме.... маҡтағыҙ!!! Шулай иткәндә ул киләсәктә был эштәрҙе башҡарғанда трышып, бар көсөн һаласаҡ. Дуҫтары менән араларын һыуытмағыҙ. Әхирәттәрегеҙ менән йыйылып эс серҙәрегеҙҙе бушатып алыу һеҙгә оҡшаймы? Был ир-егеттәр өсөн дә кәрәк. Һин миңә кәрәкһең. Һөйгән кешеңдән был һүҙҙе ишетеү ниндәй ҙур бәхет икәнлеген, ысынлап та, яратҡандар һәм яратылғандар ғына беләлер.