Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов февралдәге тәүге ял көндәре алдынан водителдәргә мөрәжәғәт итте. Идаралыҡ начальнигы республикала йәшәүселәрҙе Башҡортостан юлдарында юл-патруль хеҙмәте экипаждарының артыуы һәм рейдтар тураһында иҫкәртте.
«Һеҙҙе тиҙлек режимын үтәргә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа саҡырам, сөнки ямғыр яуа, юл тайғаҡ», хәүефһеҙ юлдар теләйем!— тине Динар Ғилметдинов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аҙна һуңында Башҡортостанда көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы көтөлә.