Краснодар крайында 53 йәшлек ҡатын ун бер ирҙе үлтереүҙә ғәйепләнә. Ул өлкән йәштәге яңғыҙаҡ ир-аттарҙың ышанысына кереп, улар менән никахҡа ингән. Һәр береһенең бар булған мөлкәтен үҙенең исеменә яҙҙырып ҡуйғандан һуң, “йәш” кейәүҙәрҙең барыһы ла баҡыйлыҡҡа күскән.
Ирҙән-иргә күсеп йөрөп 22 млн һум йыйған ҡатынды, ун икенсеһе менән сыуала башлағанда, ҡулға алғандар.