Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2021, 13:25

Урал аръяғы аптыратыр әле!

Учреждениеларға спорт инвентарҙары, боксер бирсәткәләре, волейбол һәм баскетбол туптары, спорт формалары тапшырылды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов 4, 5 февралдә Сибай ҡалаһында, Баймаҡ районында эш сәфәре менән булды, унда мәғариф һәм спорт учреждениелары эше менән танышты.
Азат Шамил улы Баймаҡта Урғаҙа, Иҫке Сибай, Әхмәр ауылдарында, Баймаҡ ҡалаһында спортсылар менән осрашты, уларға спорт инвентарҙары, боксер бирсәткәләре, волейбол һәм баскетбол туптары, спорт формалары тапшырҙы.
Сибай ҡалаһында Азат Шамил улы “Урал аръяғының йәмәғәт инициативалары берләшмәһе союзы” активы менән бергә бындағы спорт мәктәбендә һәм Төҙөлөш, сервис колледжында булды. Шулай уҡ был коллективатрға ла спорт инвенатарҙарына сертификат тапшырылды. Осрашыуҙа Азат Бадранов: ““Урал аръяғының йәмәғәт инициативалары берләшмәһе союзы” инициативаһы менән Сибайҙың һәм Урал аръяғының спорт берекмәләре базаһының матди хәле яҡшырасаҡ һәм был балаларға тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк”, – тине.
Читайте нас: