Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2021, 17:15

Йәш быуындың аңын нимә томалай?

Хәйер, өйҙә алған тәрбиә лә ҙур роль уйнайҙыр инде.

Сыктывкарҙа ҙур һатыу нөктәләренең береһендә үҫмер ҡыҙҙар кәштәләрҙәге нәмәләрҙе туҙҙырып йөрөгәндә, өлкән йәштәге бер ҡатын киҫәтеү яһай. Һеркәләре һыу күтәрмәгән йәш быуын вәкилдәре ҡатынды аяҡтан йығып һалып туҡмай ҙа башлай. Магазин һаҡсының ғына уларҙы аралап алырға көсөнән килмәй. Башҡа һатып алыусылар ярҙамға килмәһә, нимә менән тамамланырын уйлауы ла ҡурҡыныс.
Һуңғы арала йәш быуындың бәйһеҙлеге хәүефкә һала. Ҡырын эштәре өсөн тейешенсә язаһын алмағанға бәйҙән ысҡынған эт хәлендәләрме, әллә аңдарын икенсе нәмә томалаймы? Хәйер, өйҙә алған тәрбиә лә ҙур роль уйнайҙыр инде. Алма ағасынан алыҫ төшмәй бит.
Читайте нас: