Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2021, 14:30

Һыуҙы ҡасан эсергә?

Дуҫтар, ялдарығыҙ күңелле һәм файҙалы уҙһын!

Күптәр ашаған ваҡытта һыу эсергә күнеккән. Әммә был ғәҙәтте зыянлы тип табыусылар ҙа бар. Ҡоро аҙыҡ менән туҡланғанда, ашҡаҙан лайлалы эсәктән һәм ауыҙ ҡыуышлығынан һыу аласаҡ. Әгәр инде был мөмкин булмаһа, уға ҡандың шыйыҡлыҡ өлөшөнә керергә тура киләсәк. Был иһә ҡандың ҡуйырыуына килтерәсәк, ә был һаулыҡ өсөн зыянлы.
Ашарға утыҙ минут алдан 200 мл йылы һыу эсеү ашҡаҙандың ризыҡтың эшкәртеү сифатын яҡшыртасаҡ. Өҫтәүенә ризыҡ ҡабул итеү алдынан йылы һыу эсеү, порция күләмен дә кәметергә ярҙам итәсәк.
Диетологтар фекеренсә, ашағандан һуң күп итеп эскән һыу кешегә зыян ғына килтерәсәк. Шуға күрә, туҡланғандан һуң, кәм тигәндә ярты сәғәт уҙғас ҡына һыу эсергә кәңәш ителә.
Читайте нас: