Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2021, 20:45

Донъяла коронавирус таралыу тиҙлеге кәмей бара

Быға нисек өлгәшелгән?

Донъяла коронавирус инфекцияһының таралыу етеҙлеге кәмей бара. Был хаҡта Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперты Мария ван Керкховен белдерә. «Ҡайһы бер илдәрҙә инфекция йоҡтороусылар һанының кәмеүен күҙәтәбеҙ һәм был фактты ыңғай яҡтан билдәләп үтергә кәрәк», — ти ул.
Эксперт һүҙҙәренсә, быға барыһынан алда һаҡланыу саралары, тәү сиратта вакцинация арҡаһында өлгәшелгән. Шул уҡ ваҡытта Керкховен коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны кәмеүгә табан барған илдәрҙе санитар сараларҙың үтәлешен күҙәтеүҙе дауам итергә саҡыра.
Читайте нас: