Шоңҡар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2021, 00:14

Үҫеште тиҙләтеү мөһим

Федераль үҙәк менән бәйләнеште нығытыуға һәм өҫтәмә ярҙам алыуға ла булышлыҡ итә.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылда республикабыҙҙың төп капиталына инвестиция күләме 337,7 миллиард һум тәшкил иткән, үҫеш темпы – 119 процент. Был хаҡта, 2020 йылда инвестиция пландарын тормошҡа ашырыу буйынса төбәктең эре предприятиелары менән эшлекле һөйләшеүҙә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.

– Инвестиция әүҙемлеге дөйөм Рәсәй буйынса кәмегәндә республикала ыңғай динамика күҙәтелә, – тине Андрей Назаров. – Башҡортостан Башлығы тарафынан иҡтисадта коронавирустан һуң күрһәткестәрҙе тергеҙеү бурысы ҡуйылды. Киләсәктә бурыс – иҡтисади күтәрелеште һәм инвестиция үҫешен тәьмин итеү буйынса өлгәшелгән динамиканы һәм билдәләнгән маҡсаттарҙы иҫәпкә алып, уны һаҡлау ғына түгел, ә әлеге үҫеш темпын тиҙләтеү.

Андрей Назаров билдәләүенсә, иҡтисадты күтәреү йәһәтенән күрелгән саралар түбән тәгәрәүгә юлды ябып ҡына ҡалманы, ә төп иҡтисад секторындағы ыңғай үҫеш динамикаһын да тәьмин итте.

– Беҙгә ҙур предприятиелар хужаларының һәм етәкселәренең, республика ойошмаларының позицияһы бик тә мөһим, – тип өҫтәне Андрей Назаров. – Был яҡшы һөҙөмтә генә күрһәтеү мөмкинлеген бирмәй, ә федераль үҙәк менән бәйләнеште нығытыуға һәм өҫтәмә ярҙам алыуға ла булышлыҡ итә.
Читайте нас: