Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2021, 20:55

Йоҡлар алдынан ашау зыянлымы?

Әгәр ас килеш йоҡлай алмаһағыҙ, йогурт эсегеҙ, эремсек ашағыҙ...

Диетолог Филипп Кузьменко Sputnik радиоһында интервьюла йоҡлар алдынан ашау зыянлы тигән кәңәштең миф булыуын әйткән. Был турала РЕН ТВ хәбәр итә.
Кузьменко һүҙҙәренсә, кәүҙә ауырлығын кәметеү йәки һаҡлау сере тәүлек эсендә ҡулланған калорияларға бәйле. «Кешенең ризыҡты ҡасан ҡабул итеүе организмға мөһим түгел», — тип әйтә диетолог.
«Һеҙ көн буйына бер ни ҙә ашамайынса йөрөп, төндә ике мең калория ашай алаһығыҙ», — тип әйтә ул.
Әгәр кеше туп-тулы ашҡаҙан менән насар йоҡлаһа, ас килеш йоҡлау яҡшы.
«Әгәр ас килеш йоҡлай алмаһағыҙ, йогурт эсегеҙ, эремсек ашағыҙ, башҡа аҙыҡ ҡабығыҙ, тик артығын ашамағыҙ», — тип әйтте диетолог.
Һәр кем үҙе өсөн айырым туҡланыу режимы һайларға тейеш, тигән фекерҙә ул.
Читайте нас: