Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 22:10

Республикала диспансеризация үткәреү датаһы билдәле булды

Төп бурыс – 2021 йылда үлем осраҡтарын кәметеү

Башҡортостанда 15 февралдә халыҡҡа диспансеризация үткәрә башлау планлаштырыла. Аныҡ дата Роспотребнадзор белгестәре менән килешелгәндән һуң билдәләнә, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
«Төп бурыс – 2021 йылда үлем осраҡтарын кәметеү, — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. — Төрлө сәбәптәр буйынса, уҙған йылда беҙ күп кешеләрҙе юғалттыҡ».
Шулай уҡ республикала Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары менән күсмә модулдәр, стоматология бригадалары эшләй. «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһын 19 апрелдә башлау планлаштырыла. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе һүҙҙәренсә, һауа шарттары мөмкинлек бирһә, Башҡортостан буйлап «сәләмәтлек поездары» иртәрәк юлға сыға.
Башинформ.
Читайте нас: