Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 22:15

Театрға барып... һуҡыр ҡалған

Уға киҫәтеү яһап зарарлы лазер нуры менән күҙенә яҡтыртҡандар.

Мәскәүҙәге А. Пушкин исемендәге театрға барып 13 йәшлек үҫмер һуҡыр ҡалған. Тамаша барған ваҡытта үҫмер телефон менән ултыра. Уға киҫәтеү яһап зарарлы лазер нуры менән күҙенә яҡтыртҡандар. Кисен ул әсәһенә күҙҙәре ауыртыуға зарланған. Икенсе көнөнә иһә бер күҙе бөтөнләй күрмәгән. Табиптарға мөрәжәғәт иткәс, кисекмәҫтән операция эшләргә кәрәклеген әйткәндәр.
Читайте нас: