Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 22:30

Яҡташыбыҙ гаражда терминаторҙар эшләй

Ул башын бора һәм аҫҡы яңаҡ һөйәген ҡыбырлата.

Туймазыла Рәмил Шәһинуров дүртенсе ай инде ике метрлыҡ робот, кинолағы Терминатор Т-800 күсермәһен йыя. Күҙҙәре янып торған 200 килограм ауырлыҡтағы робот хужаның гаражын һаҡлай. Ул һәйкәл кеүек тик тормай, башын бора һәм аҫҡы яңаҡ һөйәген ҡыбырлата.

Терминатор ҡулдарын һәм кәүҙәһен хәрәкәтләндерергә тейеш. Ләкин ауыр булғанлыҡтан, уны йөрөргә өйрәтеп булмаҫ, ахырыһы.

"Йыйған саҡта кәрәкле деталдәр һайлау ҡатмарлы булды. Шуға күрә тәүҙә алдыма металл һыныҡтары өйөп ҡуйҙым да тура килгәндәрен һайлап алып, токарь һәм фрезер станоктарында деталдәрҙе тейешле үлсәмле итеп эшләнем. Һуңынан роботтың тән өлөштәрен металл болттар менән тоташтырҙым. Электр менән дуҫым ярҙам итте ", - ти Рәмил.

Роботты урындағы эшҡыуар һатып алмаҡсы булған, ләкин конструктор ризалашмаған. Әле ул Т-800 өсөн дүрт аяҡлы дуҫ эшләй.
Читайте нас: