Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 15:40

"Минең бизнесым" үҙәктәре асыла

Октябрьский ҡалаһында “Минең бизнесым” үҙәгенең бишенсе офисы асылды.

Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып “Минең бизнесым” үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү тора. Октябрьский ҡалаһында “Минең бизнесым” үҙәгенең бишенсе офисы асылды.

Эшҡыуарҙар, ҡала халҡы һәм яҡын-тирәлә йәшәүселәр “Берҙәм тәҙрә” форматында үҙ эшен асыу, ойоштороу-хоҡуҡ формаларын һайлау, иҫәп асыу, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте йәки шәхси эшҡыуарлыҡты түләүһеҙ теркәү кеүек һорауҙарға яуап таба аласаҡ. Эшҡыуарҙарҙың дәүләт ярҙамы алыуға ғариза тапшырырға, белемен камиллаштырырға, профилле хеҙмәттәр алырға мөмкинлектәре бар.

Читайте нас: