Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 20:35

“Йондоҙ” булайым тиһәң...

Яҡшы эштәр менән дә теләгеңә ирешергә мөмкин.

Силәбе өлкәһендә йәшәүсе 52 йәшлек математика уҡытыусыһы бер ай элек кенә TikTok теркәлгән һәм тиҙ арала “йондоҙ”ға әйләнгән. Әлеге ваҡытта 260 меңдән артыҡ яҙылыусыһы бар.
Был уңышҡа нисек өлгәшкән тиһегеҙме? Юҡ, юҡ, төбө тубығына төшөп торған ыштан кейеп тә бейемәгән, буяға батып, ирендәрен ослайтып юҡ-бар нәмә һөйләп тә халыҡты албырғатмаған ул. Төп ярҙамсылары аҡбур һәм таҡта булған. Ике аҙна эсендә геометриянан мәктәп программаһына ингән бар материалды ла аңлатып уңыш ҡаҙанған.
Читайте нас: