Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 13:25

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында ниндәй температурала мәктәптәрҙә дәрес үткәрелмәүен аңлаттылар

Шул уҡ ваҡытта баланы мәктәпкә ебәреү-ебәрмәүҙе ата-әсәһе хәл итә.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында ниндәй температурала мәктәптәрҙә дәрес үткәрелмәүен аңлаттылар.
Ныҡ һыуыҡ көндәрҙә дәрес үткәрмәү тураһында ҡарарҙы мәктәп етәкселеге ҡабул итергә, бында климат, һауа шарттары, уҡыусыларҙың грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү кимәле иҫәпкә алынырға тейеш, тип белдерҙеләр ведомствола. Әммә мәктәп, тышта ниндәй температура булыуға ҡарамаҫтан, уҡыу процесын ойошторорға бурыслы.
Федераль нормативтар буйынса, ауылда – 23, ҡалала 25 градус һыуыҡ булған осраҡта, 1-4-се класс уҡыусылары дәрескә килмәҫкә хоҡуҡлы. Ә -25 градуста – ауылда, 27 градустан түбәнәйһә, ҡалала 5-9 класс уҡыусыларына дәрес үткәрелмәй. Ауыл мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары – 30, ҡаланыҡылар 32 градус һыуыҡта дәрескә килмәҫкә мөмкин.
Башинформ.
Читайте нас: